Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Июнь 2024, 12:30

Миллион һум таптырғандар

Салауат ҡалаһында йәшәгән 29 йәшлек ирҙе билдәһеҙ кешеләр урлап алып китә һәм унан миллион һум аҡса талап итә.

Миллион һум таптырғандарМиллион һум таптырғандар
Миллион һум таптырғандар

29 йәшлек ир төндә ҡала буйлап китеп барғанда ҡапыл янында машина туҡтай. Унан таныш булмаған дүрт кеше килеп сыға ла, ирҙе көс ҡулланып, машинаға ултырталар һәм "Жара" клубына алып китәләр. Унда ирҙе туҡмап, мыҫҡыллап, аҡса талап итәләр. Ир риза булғас, өйөнә ҡайтарып ебәрәләр. Ул барыһын да полиция хеҙмәткәрҙәренә һөйләп бирә. Аҡсаны тапшырғанда кеше урлаусыларҙы ҡулға алалар.

Тәфтиш версияһы буйынса, дүрт фигурант, 29 йәшлек ирҙән, 1 миллион һум күләмендә бурысы бар, тип уйлап сығарылған һылтау менән аҡса талап итергә килешкән. 2024 йылдың 31 майында енәйәтселәр зыян күреүсегә "Лада Калина" маркалы автомобилендә төнгө клубҡа барырға тәҡдим итә, унда уны туҡмайҙар һәм законһыҙ тотоп торалар, 1 миллион һум аҡса талап итәләр.

Зыян күреүсенән 500 мең һум күләмендә талап ителгән сумманың бер өлөшөн алып, ике енәйәтсе автомобиль менән ҡасырға маташа, әммә УФСБ хеҙмәткәрҙәре һәм республиканың Росгвардия идаралығының СОБР хеҙмәткәрҙәре тарафынан тотола. Бынан тыш, бер ғәйепләнеүсе йәшәгән урынында тотола, ә тағы берәү хоҡуҡ һаҡлау органдарынан ҡаса, шуға бәйле федераль эҙләүгә иғлан ителә. Әлеге ваҡытта өс фигурантҡа ҡарата тәүге тикшереү эштәре үткәрелә, суд тикшереү ваҡытында уларҙы һаҡ аҫтына алыу рәүешендә иҫкәртеү сараһын һайлай.

Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан Республикаһы буйынса Тәфтиш идаралығы тарафынан ауыр енәйәт ҡылыуҙа шикләнеү буйынса Джабаев Сулимхаджи Идрис улы эҙләнә.

07.01.1990 йылда Чечен Республикаһы Шалин районы Автура ауылында тыуған, Салауат ҡалаһында йәшәй.

Джабаевтың ҡайҙалығын белеүселәр 8 (347) 251-62-51 тәфтиш идаралығының ышаныс телефонына йәки эске эштәр органдарына 02 телефонына (мобиль телефонынан 102) хәбәр итеүҙәрен һорайҙар.

Тышҡы ҡиәфәте, билдәләре: буйы яҡынса 175 см, уртаса кәүҙәле, ҡыҫҡа сәсле, һаҡаллы.

Фото: БР Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәте.

Миллион һум таптырғандар
Миллион һум таптырғандар
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас