Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Июнь 2024, 04:20

Милли проектта ҡатнашыусы предприятие етештереү күләмен ике тапҡырға арттырған

Башҡортостандың Туймазылағы "Корона" мебель фабрикаһы - "Хеҙмәт етештереүсәнлеге" милли проектының 131-се ҡатнашыусыһы.

Милли проектта ҡатнашыусы предприятие етештереү күләмен ике тапҡырға арттырғанМилли проектта ҡатнашыусы предприятие етештереү күләмен ике тапҡырға арттырған
Милли проектта ҡатнашыусы предприятие етештереү күләмен ике тапҡырға арттырған
Дөйөм алғанда, милли проектта республиканың 176 предприятиеһы ҡатнаша.
«Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проекты буйынса алынған тәжрибә ярҙамында мебель фабрикаһы матрас етештереү күләмен тәүлегенә 900-ҙән 1800 данаға тиклем арттыра алған. Милли проектҡа фабрика 2022 йылда ҡушылған.  Ярты йылда «Корона» йәмғиәтенең пилот участкаһында матрас етештереү 24 процентҡа артҡан, 20 хеҙмәткәр һаҡсыл етештереү алымдарына уҡытылған һәм ике эске инструктор әҙерләнгән. Фабриканың генераль директоры Рәмил Мамлиев һүҙҙәренсә, бер йылдан һуң, 2023 йылда, матрастар етештереү буйынса яңы корпус эшләй башлаған, милли проекттың тәжрибәһен таратҡандар ҙа инде. Стандартлаштырылған эш, мәғлүмәт үҙәктәре аша визуаль идара итеү, 5С системаһы хеҙмәткәрҙәрен уҡытыу, остазлыҡ булдырыу, сеймал супермаркеттарын ойоштороу кеүек һаҡсыл етештереү ҡоралдары ҡулланылған.
 
Фото: Министерство экономического развития и инвестиционной политики Республики Башкортостан.
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас