Ғафаров Алмас Айрат улы (19 июнь, 1968 йыл) — «Ант» төркөмө етәксеһе, йырсы, ҡурайсы, һәүәҫкәр композитор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997). Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1998). Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2022).
Алмас Айрат улы Ғафаров 1968 йылдың 19 июнендә Сибай ҡалаһында тыуған.
Юлай Кәримов фотоһы.