Указға ярашлы, Башҡортостанда әһәмиәтле юбилейға әҙерлек буйынса республика ойоштороу комитеты булдырылып, уның составы раҫлана. Ойоштороу комитеты Бөйөк Ватан һуғышының хәл иткес алыштарына һәм башҡа мөһим ваҡиғаларына арналған тантаналы сараларҙы ла иҫәпкә алып, саралар планын әҙерләргә һәм раҫларға тейеш.
Документтың үтәлешен БР Хөкүмәте контролләй. Указ үҙ көсөнә инде.
Әйткәндәй, Рәсәй Президенты Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған сараларға әҙерләнеү һәм уны үткәреү тураһында указға былтыр ҡул ҡуйғайны.