Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Июнь 2024, 11:40

Радий Хәбиров «Уралинтех» компанияһының етештереү майҙансығында булды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров онтаҡ буяуҙар әҙерләүгә махсуслашҡан «Уралинтех» компанияһының етештереү майҙансығында булды.

Радий Хәбиров «Уралинтех» компанияһының етештереү майҙансығында булдыРадий Хәбиров «Уралинтех» компанияһының етештереү майҙансығында булды
Радий Хәбиров «Уралинтех» компанияһының етештереү майҙансығында булды

Предприятиела импортты алмаштырыусы продукция – полиэфир, эпоксид-полиэфир, эпоксид термореактив онтаҡ буяуҙарҙың күп төрҙәре – етештерелә. Билдәле параметрҙарға яуап биргән һәм айырым үҙенсәлектәргә эйә булған был буяуҙарҙы етештереү күләме – йылына 2,5 мең тоннаға тиклем. Компания сәнәғәттең төрлө тармаҡтарына ҡараған алдынғы предприятиелар менән хеҙмәттәшлек итә. «Уралинтех» продукцияһы машиналар эшләүҙә, медицина ҡорамалдары етештереүҙә һәм башҡа өлкәләрҙә ҡулланыла.

Башҡортостан Башлығы продукция етештереү технологияһы менән танышты һәм буяу һайлап алыу, уның сифатын контролләү лабораторияһында булды.

Радий Хәбиров шулай уҡ предприятиены үҫтереү мөмкинлектәре хаҡында һүҙ алып барҙы. Мәҫәлән, «Уралинтех» компанияһы термореактив полимер япмаларҙың яңы цехын төҙөү буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашыра башланы. Был етештерелгән продукция күләмен һәм төрҙәрен арттырырға, 20 өҫтәмә эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 30 миллион һумлыҡ был проект 2024 йылдың майында «Инвестиция сәғәте»ндә хуплау тапҡайны.

Предприятие директоры Виталий Дашков аңлатыуынса, яңы цех өсөн термореактив япмалар етештереүҙең юғары технологиялы линияларының беренсе партияһына заказ биргәндәр. Производствоны киңәйтеү өсөн өҫтәмә ер участкаһы талап ителә. Башҡортостан Башлығы «Уралинтех» компанияһы етәкселеген мөмкин булған дәүләт ярҙамы саралары хаҡында фекер алышыу маҡсатында «Инвестиция сәғәте»нә саҡырҙы.

Радий Хәбиров производствоны ойоштороу кимәлен юғары баһаланы.

– Башҡортостанда, «Уралинтех» кеүек, импортты алмаштырыусы продукция етештергән предприятиелар күп, һәм беҙ уларҙың һәр береһе менән эшләргә тырышабыҙ, «инвестиция сәғәттәренә» саҡырабыҙ, –  тип билдәләне Радий Хәбиров. – Компанияның яңы проекты республиканан ярҙам алды ла инде. Шуға күрә предприятиеның эшен ҡарарға килдек. Бында ихтыяж менән ҡулланылған продукция етештерелә. Шулай уҡ тауарҙы һатыу менән бәйле һорауҙар булмауы мөһим. Хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы 90 мең һумға етә. Тимәк, кешеләр эшләй һәм республикабыҙҙың именлеген нығыта.

Сығанаҡ һәм фото: Радий Хәбиров «Уралинтех» компанияһының етештереү майҙансығында булды (glavarb.ru)

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас