Тикшереү асыҡлауынса, 2023 йылдың 7 октябрендә иҫерек ҡатын өйөнән сығып киткән граждан иренә асыуланып, асыуын илаған балаға төшөрә: сабыйҙың ҡорһағына өс тапҡыр, йөҙөнә ике тапҡыр бысаҡ менән сәнсә. Шунан һуң йорттан сығып, үтеп барған ҡатын-ҡыҙҙан ашығыс ярҙам саҡырыуҙы һорай. Ваҡытында килеп еткән медицина хеҙмәткәрҙәре баланың ғүмерен ҡотҡара. Сабый санавиация ярҙамында Өфө ҡалаһының Республика балалар клиник дауаханаһына оҙатыла. Әлеге ваҡытта бала атаһы менән йәшәй.
Суд әсәне дөйөм режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында 11 йылға иркенән мәхрүм итеүгә хөкөм итә. Хөкөм ҡарары әле закон көсөнә инмәгән.
Фото: БР Тәфтиш комитеты