Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Июня 2024, 19:30

Үлемесле авариялар...

Бөгөн Стәрлебаш районында, Ҡырғыҙ-Миәкә-Стәрлебаш юлының 49-сы саҡрымында, "ВАЗ-2110" машинаһы юлдан осоп, бетон кәртәгә бәрелгән. 

Үлемесле авариялар...Үлемесле авариялар...
Үлемесле авариялар...

Юл-транспорт ваҡиғаһында водитель менән бер пассажир ауыр йәрәхәтләнеп, ашығыс ярҙам машинаһы килгәнгә тиклем йән биргән. Икенсе пассажир дауаханаға оҙатылған.

Бөрө районында ла фажиғәле хәл булған. Өфө-Бөрө-Яңауыл юлының 103-сө саҡрымында 41 йәшлек ир "Шевроле Круз" машинаһында электр бағанаһына барып бәрелгән. Бер пассажир урында йән биргән, водитель менән икенсе пассажир дауаханаға оҙатылған.

Фажиғәләр буйынса тикшереү башланған.

Юлда һәләк булғандарҙың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ... 

Фото: БР Дәүләт автоинспекцияһы. 

Үлемесле авариялар...
Үлемесле авариялар...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас