Бөгөн көн шундай матур, ҡояш ҡыҙҙырмай, шуға ла һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм өлкәндәр рәхәтләнеп ял итә. Сағыу концерт номерҙары ҡуйыла, уйындар, күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре ойошторолған, бәлеш, былау еҫтәре танауҙы ҡытыҡлай... Күңелле!
"Изгелек ҡыл" ойошмаһы 2016 йылда ойошторолған. Һабантуйҙы улар 2017 йылдан алып йыл һайын уҙғара. Бынан тыш та уларҙың ойошторған эштәре бихисап.
Бик күп изге эштәр башҡарған автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошманың рәсми сәхифәһе: https://vk.com/dari_dobrouchaly
Фото: автор.