2023 йылдың 21 февралендә кискеһен республиканың хоҡуҡ һаҡлау органдарына Чкалов урамындағы торлаҡ йортта янғын сығыуы тураһында хәбәр килә, янғынды һүндереү барышында ике ирҙең кәүҙәһе табыла.
Тәфтишселәр асыҡлауынса, 2023 йылдың 21 февралендә хөкөм ителеүсе 32 йәшлек иптәшендә ҡунаҡта алкоголь эсә, унда уларҙың 55 йәшлек уртаҡ танышы була. Хөкөм ителеүсе менән ике ир араһында низағ ҡубып, уның барышында енәйәтсе ирҙәрҙе туҡмай, 32 йәшлек фатир хужаһын быуып үлтерә. Оппоненттарының үлгәненә ышанмайынса, ул өйҙәге әйберҙәргә ут төртә лә, енәйәт урынынан ҡаса.
Республиканың Юғары суды уны ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында 19 йылға иркенән мәхрүм итеүгә хөкөм итә.
Фото: Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан Республикаһы буйынса тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәте.