Сара милли традицияларҙы һаҡлау һәм үҫтереү, күп милләтле республикабыҙ халыҡтарының туған телен һәм мәҙәниәтен пропагандалау, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ветерандарға, һәләк булған яугирҙәрҙең һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль-психологик ярҙам күрһәтеү маҡсатынан уҙғарыла. «Ватан һаҡсылары» дәүләт фондының Башҡортостан филиалы етәксеһе, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһаринаның белдереүенсә, өсөнсө тапҡыр үткәрелгән йыйын быйыл Ғаилә йылына ла арнала. Фестиваль ҡунаҡтарын халыҡ дауалаусылары, имселәрҙең ҡабул итеүе, кәсептәр йәрминкәһе, табиптарҙың, психологтарҙың лекциялары, милли аш-һыу күргәҙмәһе,мастер-кластар, фольклор коллективтарының концерты көтә. Балалар өсөн өсөн милли уйындар әҙерләнгән. Махсус хәрби операция ветерандарына һәм уларҙың ғаилә ағзаларына табиптар психологик ярҙам күрһәтәсәк, реабилитологтар, стоматологтар ҡабул итәсәк. Халыҡ медицинаһы менән шөғөлләнгән, ярҙамға, кәңәшкә мохтаж йәки ошо тема менән ҡыҙыҡһынғандарҙың барыһы ла фестивалдә ҡатнаша ала. Сарала ҡатнашасаҡ халыҡ медицинаһы өлкәһендә эшләүселәр дауалау һәләте, тейешле сертификаттары һәм психиатрҙан справкалары булыуына, ҡарап ентекле һайлап алынған.
Байрам һуңынан килгән ҡунаҡтар Ҡорбан ашынан ауыҙ итә аласаҡ.