Ул "Күргәҙмә стендының иң яҡшы йәлеп итеү программаһы" номинацияһында 1-се дәрәжә лауреат булды. Экспозицияны Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы ярҙамында "Туризмды үҫтереү үҙәге" ойошмаһы әҙерләгән.
- Республика бирелгән мөмкинлекте төбәктең туристик потенциалын күрһәтеү өсөн актив ҡуллана. Башҡортостандың күрһәтерлек һәм ғорурланырлыҡ нәмәләр бар. Быйыл республика стенды ваҡиғалы сараларға бағышланды. Беҙ шулай уҡ йәй миҙгеленең туристик маршруттарын һәм ял итеү урындарын тәҡдим иттек, - тип аңлатма бирҙе Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.
Сара 2024 йылдың 12-16 июнендә Мәскәү ҡалаһында, ВДНХ-ла ойошторолған "Рәсәй" халыҡ-ара күргәҙмә-форумы сиктәрендә үтте. Рәсәй төбәктәренең урам экспозициялары ҡунаҡтарҙы туристик потенциалы менән таныштырыуҙан тыш, махсус тауыш биреүҙә лә ярышты. "Сәйәхәт ит!" туристик форумында килеүселәрҙең һәр береһе фестиваль майҙансығындағы иң яҡшы тип тапҡан стенд өсөн үҙ тауышын бирә алды.