20 июндә сәхнәгә сығасаҡ лирик комедия "Йәшлегең ишек шаҡыһа" тип атала. Ул Нурия Жамалиҙың "Кейәүгә сығам әле" тип аталған әҫәре буйынса сәхнәләштерелә. Мауыҡтырғыс лирик комедияның режиссеры - Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илдар Вәлиев.
Рәсимә Риф ҡыҙы Ғәйфуллина 1964 йылдың 4 майында Салауат районының Нәсибаш ауылында тыуған. Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлағанлан һуң хеҙмәт юлын Малаяҙ район мәҙәниәт йортонда башлай, «Йүрүҙән» халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы була. Артабан уны Йәш тамашасы театрына эшкә саҡыралар. 1991 йылдан — Өфө «Нур» татар дәүләт театры артисы.