Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Июнь 2024, 07:36

Өфө ҡотҡарыусылары өсөн үтә тынғыһыҙ көндәр етте

Бер кистә генә улар алты кешене ҡотҡарған.

Өфө ҡотҡарыусылары өсөн үтә тынғыһыҙ көндәр еттеӨфө ҡотҡарыусылары өсөн үтә тынғыһыҙ көндәр етте
Өфө ҡотҡарыусылары өсөн үтә тынғыһыҙ көндәр етте

Өс осраҡта ҡотҡарыусылар ярҙамына "Ҡояшлы" пляжынан өҫтәрәк йыһазландырылмаған урында ял итеүселәр мохтаж була. Был хәүефле участкала 1970 йылғы ир ҡотҡарыла. Ул тәрәнгә йөҙөп китә һәм бата башлай. Пляжда дежурҙа торған Өфө ҡалаһының Граждандарҙы яҡлау идаралығының эҙләү-ҡотҡарыу отряды ҡотҡарыусылары ваҡытында батып барған кешене күреп ҡала һәм уға ярҙамға килә.

Һуңыраҡ шул уҡ урында 2003 йылғы ҡыҙ батып үлә яҙа. Уға 1993 йылда тыуған ир ярҙамға ташлана, әммә үҙе лә саҡ һыу аҫтына китмәй ҡала. Уларҙың икеһен дә Өфө ҡалаһының Граждандарҙы яҡлау идаралығының Эҙләү-ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәрҙәре ҡотҡара.

Шул уҡ кистә сапбордта йөҙгән ике ҡыҙҙы ағым Ағиҙел йылғаһындағы техник күпергә алып китә. Улар ҡурҡып, ярҙам һорап ҡысҡыра. Ҡотҡарыусылар уларҙы ярға алып сыҡҡан.

Кисә кис Өфө ҡалаһының Граждандарҙы яҡлау идаралығының эҙләү-ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәрҙәре Йылы күлендә лә бәхетһеҙ осраҡты иҫкәрткән. Әлегә муниципаль пляж асылмаһа ла, йәй башынан унда ҡотҡарыу посы ҡуйылған. 1979 йылғы ҡатын төпкә йөҙөп китә һәм бата башлай. Дежурҙа торған ҡотҡарыусылар уны йөҙөү сараһына күтәрә һәм ярға алып сыға. Ҡотҡарылған ҡатын иҫерек булған, тип фаразлана. Ҡатын медицина ярҙамынан баш тартҡан.

Фото: Өфө ҡалаһының Граждандарҙы яҡлау идаралығының Эҙләү-ҡотҡарыу отрядының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас