Был хәл 15 июндә, Яр Саллы ҡалаһының ГЭС ҡасабаһында булған. 72 йәшлек ир, шәхси клиника хужаһы үҙенең 67 йәшлек ҡатынына "Сайга" ярымавтомат мылтығынан атҡан. Был ваҡытта уларҙың ҡыҙҙары менән ейәнсәре лә өйҙә була. Әсәһен яҡларға тырышҡан мәлдә ҡыҙҙың да елкәһенә йәҙрә эләгә.
Ҡатынын үлтергәнен аңлағас, ир үҙен дә атып үлтерә. Мәғлүмәттәр буйынса, фажиғә сәбәбе - милек бүлеү арҡаһында килеп сыҡҡан бәхәс.
Һәләк булған Раушания Сәғәҙиева - Татарстандың атҡаҙанған табибы, танылған невролог һәм гирудотерапевт булған.