Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, мутлашыусылар уға 15 000 проценттан ашыу килем тәҡдим иткән.
Егет социаль селтәрҙе ҡараған саҡта тиҙ аҡса эшләү юлын рекламалаған иғлан күреп ҡала. Һәм был мөмкинлекте ҡулланып ҡарарға була. Һуңынан мутлашыусылар - инвесторҙар уны йылына алты миллион һумдан бер миллиард һумғаса аҡса эшләйәсәгенә ышандырған.
Егет мутлашыусы-инвестор менән осрашыу тураһында һөйләшеп килешә. Аҡсаны шәхсән үҙе тапшыра. Мутлашыусы ҡулаҡсаны ала ла билдәһеҙ йүнәлештә ҡаса. Граждандың инвестиция иҫәбе барлыҡҡа килә, унда тәүҙә күсергән аҡсаһы күренә. Табыш артҡандан-арта бара, ләкин күпмелер ваҡыттан һуң уның килем алыу мөмкинлеге сикләнә. Техник хеҙмәтләндереү хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеп ҡарай, тик унда уға бер нисек тә ярҙам итмәйҙәр. Шунан үҙенең брокерына яҙмаҡсы була, әммә ул да бәйләнешкә сыҡмай башлай. Шунан һуң ғына егет полицияға мөрәжәғәт иткән.
Асыҡланыуынса, бирелгән аҡсалар алданыусының хупланған ипотекаһы булған. Һөҙөмтәлә күсемһеҙ милек һатып алыу урынына кеше торлаҡһыҙ ҙа, бурыслы ла булып ҡалған. Әлеге ваҡытта мутлашыу осрағы буйынса Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 159-сы статьяһына ярашлы енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: таныш булмаған кешеләргә, нисек кенә мөрәжәғәт итмәһендәр - шәхсән үҙегеҙгә йәки телефон аша, паспорт, банк һәм башҡа мәғлүмәттәрҙе әйтмәгеҙ. Был йыш ҡына насар эҙемтәләргә килтерә.