Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Июнь 2024, 07:52

Ғаилә ыҙғыштары...

Белорет районында йәшәүсе ир ҡатынын бысаҡ менән баҫтырған.

Ғаилә ыҙғыштары...Ғаилә ыҙғыштары...
Ғаилә ыҙғыштары...

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлегенең дежур часына Тирлән ауылынан ҡатын шылтыратып, ярҙам һорай. Бысаҡ менән ҡоралланған иҫерек ире уға үлтереү менән янағас, ҡатын йорттоң икенсе ҡатында йәшеренгән була. Ҡатындың һөйләүенсә, ире һуң ғына иҫерек килеш ҡайта ла, икеһе араһында низағ ҡуба...

Күрһәтелгән адресҡа шунда уҡ полиция наряды ебәрелә.

Тәртип һаҡсылары алдында 49 йәшлек ир тыныслана. Ул тикшереү өсөн полиция бүлегенә килтерелә. Ир үҙ ғәйебен таный һәм тәүбә итә, ҡатынын ҡурҡытырға ғына ниәтләүе тураһында хәбәр итә. Иргә ҡарата үлтереү менән янау буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Әлеге ваҡытта тикшереү тамамланған, раҫланған ғәйепләү акты менән енәйәт эше материалдары судҡа ебәрелгән. Был турала Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлеге дознавателе Гөлфиә Нурутҡолова хәбәр итә.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас