Видеола һүрәтләнгән тойғолар - һыу баҫыу һөҙөмтәһендә клиник үлем кисергән кешеләрҙең хәтирәләре. Унда проблеманы аңлағандан алып һуңғы һулышына тиклем кеше батып барған ваҡыт ингән.
Өс нәмәне иҫегеҙҙә тотоғоҙ:
1) алкоголь һәм йөҙөү бер-береһенә тап килмәй;
2) бәхетһеҙлек көтмәгәндә, бер ниндәй ҙә алдан хәбәрһеҙ була;
3) беренсе секундта уҡ ярҙам һорап ҡысҡырыуҙан тартынмағыҙ. Әгәр берәй нәмә дөрөҫ бармаһа, иғтибарығыҙҙы мөмкин булғанса йәлеп итегеҙ.
Ҡәҙерле кешеләрегеҙҙең барыһына ла видеоны ебәрегеҙ! Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!