УҠ
Һауаларға уҡ сойорғоттом,
Ҡарлуғасҡа тейҙе уҡҡынам,
Аяҡҡайым янына ҡолап төшкәс,
Меҫкен ҡошто йәлләп юҡһынам.
Һауаға атҡан уҡҡайым
Тау, урмандар аша уҙһасы.
Ҡарлуғасҡай ҡошто үлтергәнсе,
Бер дошмандың йәнен өҙһәсе.
ЕГЕТКӘ
Бейектә оса ҡоҙғон ҡош,
Унан бейек осар ыласын бар.
Ыласындан да бейек оса торған
Ҡош батшаһы — ҡыйғыр бөркөт бар.
Шул бөркөттәй, егет, батыр бул,
Тайғаныңда таян дуҫтарға.
Яуҙа, арыҫландай ажғырып,
Йән аямай ташлан дошманға!
Зөләйха
Зөләйха, һин ергә ингән хур ҡыҙы,
Күҙҙәреңдә балҡый Зөһрә йондоҙо.
Күҙҙәрең, гүйә, төндәге күк йөҙө,
Яҡтыра шул күҙҙәреңдә ай үҙе.
Ер хуры һин йәки ожмах шәүләһе,
Һындарың, гүйә, фәрештә кәүҙәһе
Мин бахыр һине, Зөләйха, ныҡ һөйәм,
Әйтә алмайынса һүҙҙәремде, баш эйәм.
Һиңә дан йырлар өсөн телем зәғиф,
Һөйөүемде әйтергә һүҙем зәғиф.
Зөләйха, һин ерҙә йөрөгән хур ҡыҙы
Күҙҙәреңдә яна күктең йондоҙо.
Яу
Заманалар булған элгәре,
Булған илдең батур улдары.
Баш етмәҫлек эштәр эшләгәндәр,
Бөтә ғәләм белгән уларҙы.
Ғүмер буйы йөрөп яуҙарҙа,
Йыйған улар һанһыҙ дуҫтарҙы.
Еңгән улар бик күп батырҙарҙы,
Ҡырған улар һанһыҙ дошманды.
Ҡурмғандар сихырсынан,
Аждаһалай уҫал яуыздан,
Ен-пәрейҙәр мәкер- хәйләнән,
Йылан сәсә торған ағыуҙан.
Рухым күтәрелде минең дә,
Эйәрләнем мин дә атымды.
Дошман сафын тар-мар итергә
Изге яуға уҡтай атылдым.
Мин ҡыйраттым дошман сафтарын,
Өс йөҙ дошман һөжүм иттеләр,
Бик күптәре аяҡ аҫтында
Кәүҙәләрен тупраҡ иттеләр.
Яуыз дошман яуы эсенән
Атым алып сыҡтым аҡланға
Аҡландағы йылға ситендә
Ултырып тәсбих әйтеп аллаға,
изге яуға тағы барам мин,
Азатлыҡ һәм шөһрәт табам мин.
Һандуғас
Төнгө тынлыҡ. Ағаслыҡта
Һандуғас моңо.
Күктеме, ерҙеме данлай?
Кем белә уны.
Йырлаймы күктә балҡыған
Ҡояштың нурын?
Әллә айға арнағанмы
Һандуғас йырын?
Әллә арналғанмы ул йыр
Яҡты йондоҙға?
Йәйрәп ятҡан яландарға,
Хәтфә болонға? —
Мин белмәйем.