Борис ХӘЙРЕТДИНОВ 1948 йылда Икенсе Этҡол ауылында тыуған. Сибай педагогия училищеһын, Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлай. Хеҙмәт юлын тыуған ауылында музыка уҡытыусыһы булып башлай. Артабан ул төрлө мәктәптә директор вазифаһын атҡара. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Батыр Вәлид исемендәге премия лауреаты. Шиғырҙар, йырҙар ижад итә.
МИН БАЙМАҠТАН
Маҡтана, тип бер үк уйламағыҙ,
Ысынлап та, мин дә — Баймаҡтан.
Ирәндектең ҡуйынына һыйынып
Тыныс ҡына ятҡан аймаҡтан.
Беҙҙең яҡта ҡыштар һалҡын була,
Йәйҙәр була эҫе, том(о)ра.
Иртә яҙҙан ҡоштар һайрап тора,
Күлдә ҡондоҙ ағас тумыра.
Тау артынан ҡояш ҡалҡҡан саҡта
Ап-аҡ нурға сума бар ҡала.
Ҡөҙрәт өҫтәп тыуған еркәйемә
Туҡ башаҡтар елгә сайҡала.
Баймағымдың байлығы—кешеләр,
Урал, Алдар батыр ишеләр.
Баймағымдың алтыны—балалар,
Улар барҙа гөрләр ҡалалар.
МИН ЯҘҘАРҘЫ КӨТӘМ
Мин яҙҙарҙы көтәм. Эй, һылыу яҙ!
Күкрәгемде нурға ҡойондор.
Шытып сыҡҡан хәтфә үләндәрҙе
Шифалы ямғырға туйындыр.
Мин яҙҙарҙы көтәм. Тик яҙ ғына
Оноттора ҡыштың һалҡынын,
Күңелемә сихри моңдар өҫтәй,
Һурып ала хәсрәт ялҡынын.
Мин яҙҙарға инәм һеҙҙең менән,
Ҡыҫҡа яҙҙар үтә, йәй етә.
Йыл да яҙ-ожмахты көтә-көтә
Ҡалған-яҙған ғүмерҙәр үтә.
Ҡышҡа инһәң, яҙҙар һағындыра,
Яҙҙар килһә, йәшәрә йөрәк.
Күңел наҙы яҙҙай булһын, тиһәң,
Тик яҙҙарҙа ғына ҡалыр кәрәк.
ТОҠТАҒОЛҒА БАРЫП ҠАЙТТЫМ...
Тоҡтағолға барып ҡайттым әле,
Батыр Вәлид тыуған еренә.
Ауыл урамында хәтфә үлән,
Артабан Ирәндек күренә.
Ауылы юҡ, тик урыны ҡалған:
Сәскә ата бында аҡ ҡылған.
Ҡарт Ирәндек, иҫләйһеңме, шағир
Нисек үҫкән, ҡайҙа ынтылған?
Тыуған төйәгенең матурлығы
Нисек шағир күңелен арбаған?
Шуғамылыр, Вәлид күп йырҙарын
Тыуған яҡтарына арнаған?
Яуҙа ҡалдырһа ла күҙ нурҡайын,
Шиғыр туплап күңел түренә,
Мәйсәрәһе менән бергәләшеп
Атлағандар тормош үренә.
Тоҡтағолға барып башым эйҙем,
Батыр Вәлид тыуған еренә.
Ҡалҡыулыҡҡа менеп, күҙең һалһаң
Ҡуңырбуға юлы күренә...