1 биҙрә һыуға 1 литр һөт, 10 тамсы йод, 20 г кер һабыны ҡушырға. Был эретмәне ҡыярға 3-4 япрағы үҫкәс һиптерергә кәрәк. Ул барлыҡ сирҙәрҙән һаҡлай.
1 биҙрә һыуға 0,7 литрлы һуған ҡабығы һалып ҡайнатып сығарырға ла, төнәтергә. Ҡыяр япраҡтарына бөркөп сығырға. Былай эшләгәндә ҡыяр оҙаҡ уңыш бирә, япраҡтары һарғаймай. Һуған ҡабығы ашлама ла булып тора.