Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Июня 2024, 09:30

Яҡташыбыҙ, йырсы Айҙар Рәҡиповтан 14 миллион һум аҡса талап итәләр

Барлығы 16 суд ултырышы үткән...    

Яҡташыбыҙ, йырсы Айҙар Рәҡиповтан 14 миллион һум аҡса талап итәләрЯҡташыбыҙ, йырсы Айҙар Рәҡиповтан 14 миллион һум аҡса талап итәләр
Яҡташыбыҙ, йырсы Айҙар Рәҡиповтан 14 миллион һум аҡса талап итәләр

Илеш егете Айҙар Рәҡипов Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағандан һуң Ҡазан ҡалаһында эшләй. Башҡорт һәм татар эстрадаһында популярлыҡ яулаған яҡташыбыҙ һуңғы арала сәхнәнән юғалыбыраҡ торғайны. Баҡһаң, ул продюсеры Йәмил Миңғәлиев менән судлашып йөрөй икән. Әлеге ваҡытта Айҙарҙың 2019 йылдан алып яҙҙырылған йырҙары музыкаль майҙандарҙан алынған, сөнки авторлыҡ хоҡуҡтары продюсерҙа. Шулай уҡ йырсыға уларҙы концерттарҙа ла башҡарыу тыйылған.

- Ниғаздың төп сәбәбе -контракт талаптарын үтәмәү. Шуның өсөн мин уның менән эшләүҙән туҡтаным, - тигән Айҙар "Интертат"ҡа биргән интервьюһында.

Ә продюсер Йәмил Миңғәлиев йырсының был аҙымы өсөн судҡа биргән. Ул Айҙар Рәҡипов ижады өсөн киткән сығымдарҙы 1212000 һум, тип баһалаған. Шулай уҡ үҙе менән килешмәйсә "Татар радиоһы" ойошторған сарала ҡатнашыуын законһыҙ байыу, тип билдәләгән һәм 14 миллион һум штраф түләүҙе талап иткән. Был эш буйынса барлығы 16 суд ултырышы үткән. Шулай ҙа район һәм Юғары суд продюсерҙың был ғәмәлен дөрөҫ түгел, тип һанап, кире ҡаҡҡан. 

Айҙарға суд барышында ярҙам иткән юристар Рөстәм Ғәрифуллин менән Ильяс Гаджиев әйтеүенсә, Йәмил Миңғәлиев үҙе йырсыға 3,5 йыл эсендә тейешле дәрәжәлә хеҙмәт хаҡы түләмәгән.

Яҡташыбыҙҙың ижадына был "тәнәфес" һәм ыҙғыштар кире йоғонто яһамаҫ, тип ышанабыҙ. Айҙар үҙе лә күңелен төшөрмәҫкә тырыша. Яңы йырҙар ҙа яҙҙырған, оҙаҡламай уларҙың премьераһы буласаҡ. "Йырлау - минең төп эшем, мин уға ете йыл уҡыным һәм әле лә уҡыуымды дауам итәм. Сәхнә - тормошомдоң йәме, йәшәү рәүеше, тағы оҙаҡ йылдар тамашасыларҙы һөйөндөрөп йәшәргә яҙһын," - тигән интервьюһында.

 

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас