"Фартуна беҙҙең менән" - Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә үткән тәбрикләү кисәһе шулай тип аталды. Бар ғүмерен остазлыҡҡа арнаған Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙы Ҡасимованың уҡыусылары бөгөнгө көндә республика театрҙарының төп көсөн тәшкил итә.
Юбилярҙы ҡотларға Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, яҡташтары - Балтас районы хакимиәте, Театр эшмәкәрҙәре союзы һәм республиканың барлыҡ профессиональ театрҙары, режиссерҙар, актерҙар килде. Әминә Ивний ҡыҙы уға "Башҡортостан Республикаһына күрһәткән хеҙмәттәре өсөн" ордены менән бүләкләне. Фәрдүнә Ҡасимоваға шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығының "За вклад в Российскую культуру" күкрәк билдәһе тапшырылды.
Фәрдүнә Ҡасимова 1934 йылдың 9 июнендә Иҫке Балтас ауылында тыуған. Луначарчкий исемендәге Театр сәнғәте дәүләт институтын тамамлап, хеҙмәт юлын Ҡабарҙы-Балҡар драма театрында башлай. Алты йыл эсендә ул 27 спектаклдә төп ролде башҡара. 1968 йылда Театр сәнғәте дәүләт институтының аспирантураһын тамамлап, Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетына эшкә ҡайта. Ярты быуатҡа яҡын эшләү дәүерендә ул меңгә яҡын актерҙарға, режиссерҙарға профессиональ белем бирә.
Шулай уҡ Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙы режиссер булараҡ та танылыу яуланы: ул сәхнәләштергән спектаклдәр оҙаҡ йылдарӨфө, Туймазы, Салауат, Сибай театрҙары репертуарын биҙәне.