Йәй – күптәрҙең иң яратҡан миҙгеле. Уны түҙемһеҙләнеп көтөп алабыҙ, әммә ҡояш ныҡлап ҡыҙҙыра башлап, термометр күрһәткесе 25-тән юғарыға күтәрелә башлаһа, эҫенән ҡайҙа ҡасырға белмәйбеҙ. Йәйге эҫелә сәләмәт кешегә лә еңел түгел, ә сирлеләргә айырыуса. Бигерәк тә йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре менән интегеүселәр эҫене ауыр кисерә. Ҡояш ҡыҙҙырыуынан шулай уҡ бала саҡтан эҫене күтәрә алмаусылар, ауырлы ҡатындар менән балалар ҙа ыҙалай.
Башҡа эҫе ҡабыуҙан һаҡланыуҙың иң яҡшы ысулы – ҡояш ҡыҙҙырған мәлдә мөмкин тиклем тышта йөрөмәү, йәғни иртәнге сәғәт 11-ҙән көндөҙгө 5-кә тиклем урамға сыҡмай, һалҡын бинала ғына ултырыу. Тап ошо мәлдә ҡояштың ультрофиолет нурҙары ныҡ көслө була һәм кеше 10 – 15 минутта көндәлек норманы ала. Урамға сығырға тура килгәндә лә, күләгәле ерҙәрҙән йөрөргә тырышырға кәрәк.
Эшләгән кешеләргә лә еңел түгел, көнө буйы тынсыу бүлмәлә ултырыу хәлде ала. Ярай ҙа кондиционер булһа. Әммә ундағы һалҡын һауа туп-тура өргән хәлдә, һалҡын тейеү ҡурҡынысы ла бар. Өҫтәүенә, ул һауаны киптерә, шунлыҡтан кондиционер менән бергә һауа дымлатҡыс та алғанда, бигерәк тә яҡшы булыр ине.
Урамда
Тышта йөрөгәндә ҡояш нурҙарынан һәм тынсыу һауанан ғына ла эҫе ҡабыуы бар. Тәүгеһе туранан-тура ҡояш нурҙарының йоғонтоһонан булһа, икенсеһенә тынсыу бинала һауа етмәүе сәбәпсе. Мәҫәлән, йыш ҡына халыҡ тулы автобустарҙа шундай хәл күҙәтелә. Ҡалала йөрөгәндә сауҙа үҙәктәренә һәм супермаркеттарға инеп, бер аҙ тын алып сығырға мөмкин. Сөнки уларҙа гел генә кондиционерҙар эшләп тора.
Әлбиттә, эҫелә урамда оҙаҡ йөрөргә тура килһә, башҡа мотлаҡ эшләпә, кепка кейергә, яулыҡ ябынырға кәрәк. Үҙең менән ярты литрлыҡ шешәлә һыу ҙа алып йөрөү мөһим. Битте ваҡыты-ваҡыты менән еүеш салфетка менән сылатып тороу ҙа файҙаға ғына булыр.
Өйҙә
Иртән иртүк, ҡояш ҡыҙҙыра башламаҫ элек, тәҙрәләрҙе һәм ҡорғандарҙы ябып ҡуйығыҙ. Ғөмүмән, эҫелә тәҙрәләрҙе асыҡ тотоу дөрөҫ түгел, иң күп йылы шунан өйгә инә. Төнгөлөккә иһә уларҙы бөтөнләй асып ҡуйыу ҙа зыян итмәҫ. Ә себен-серәкәйҙәрҙән махсус сетка ярҙамында һаҡланырға була.
Бүлмәләрҙә кәрәкмәгән уттарҙы һүндерегеҙ, улар ҡояштан да нығыраҡ йылыта. Өҫтәүенә, электр утына ла экономия булыр.
Эҫелә бүлмә гөлдәре лә күпмелер кимәлдә беҙҙе эҫенән һаҡлай. Белеүебеҙсә, улар беҙгә кәрәкле кислород бүлеп сығара. Ә ҙур япраҡлы гөлдәргә ваҡыты-ваҡыты менән япраҡтарын еүешләтеп, һыу һирпеп торғанда, бүлмәләге һауа ла оҙаҡ ваҡыт дымды һаҡлай.
Күберәк һыу эсегеҙ
Организмды эстән һыулатыу яҡшы. Йәғни күберәк һыу эсеү һәйбәт. Уртаса алғанда, көнөнә 2 – 3 литр һыу. Ҡәһеүәнән баш тартығыҙ, ул организмды киптерә. Иң яҡшыһы – шәкәрһеҙ генә йәшел сәй эсеү.
Физик эште кәметегеҙ
Эҫелә ҡан тамырҙарына көс төшә. Улар киңәйә, ҡан баҫымы төшә, йөрәк ике тапҡырға көсөргәнешлерәк эшләй. Ауыр физик эш организмда йылылыҡ алмашыныуын биш тапҡырға арттыра. Һөҙөмтәлә организмда һыу кәмей. Шуға күрә бындай көндә артыҡ көсөргәнештән һаҡланырға кәрәк. Йә булмаһа иртәнге һалҡында эштәрегеҙҙе тамамлап ҡуйығыҙ. Ә аҡыл эшенә килгәндә, иң ауыр мәсьәләләрҙе төшкә тиклем хәл итеү хәйерле.
Нисек кейенергә?
Синтетик туҡымаларҙан тегелгән кейемдән мөмкин тиклем арынығыҙ, улар тәнде тағы ла нығыраҡ ҡыҙҙырасаҡ ҡына. Эҫенән ҡасып, өҫкә һыулы майка йә футболка кейеү ҙә ярҙам итмәйәсәк. Һыу ҡояш нурҙарын яҡшы үткәрә, һөҙөмтәлә тән тиҙерәк йылынасаҡ. Эҫелә иң яҡшыһы – етен һәм кизе-мамыҡ туҡыманан иркен итеп тегелгән күлдәк, салбар, сарафандар. Һәм, алда әйтеп үтелгәнсә, мотлаҡ баш кейеме булырға тейеш.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.