Календарь йыл дауамында донорлыҡ мәленән алып 2 ял көнөнә хоҡуҡ: vk.cc/cvANSc.
Республика ҡан биреү станцияһы һәм уның филиалдары туҡланыуға йәшәү минимумының 5 проценты күләмендә компенсация түләй.
Әгәр донор рөхсәт ителгән ике максималь доза күләмендә бушлай ҡан тапшырһа, эш йәки уҡыу урыны буйынса шифаханаға тәү сиратта ташламалы путевка алыу. Уны табип медицина тикшереүе ваҡытында билдәләй.
Ҡан һәм (йәки) уның компоненттарын 40 һәм унан да күберәк тапҡыр тапшырған кешеләр Рәсәйҙең почетлы доноры була. Шулай уҡ был исемде 60 һәм унан да күберәк тапҡыр плазма тапшырған осраҡта ла алырға була. Түләү алыу маҡсатында тапшырған ҡан иҫәпкә алынмай.Почетлы донорҙар өсөн түбәндәге ташламалар бар:
йыл һайын донор өсөн уңайлы ваҡытта түләүле ял;✔ дәүләт һәм муниципаль ойошмаларҙа сираттан тыш медицина ярҙамы күрһәтеү;
✔ эш йәки уҡыу урыны буйынса тәү сиратта шифахана-курорт дауалауына ташламалы путевкалар алыу;
✔ йыл һайын аҡсалата түләү. Ул йыл да индексациялана. 2024 йылда уның күләме — 17 324,11 һум;
Шулай уҡ түбәндәгеләрҙе уҡығыҙ:
▫ Башҡортостанда нисек донор булырға?
▫ Ҡан тапшырыу нисек үтә?
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан


