Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев үҙе етәкләгән Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Ярлыҡау мәсьәләләре буйынса комиссия ултырышын үткәрҙе. Комиссия ағзалары 5 юлламаны тикшерҙе, уларҙың өсәүһе хуплау тапты.
Хуплау тапҡан үтенестәрҙең береһе пенсионерҙан килгән. Пенсионерҙың ғәйебе менән уның балалары һәм ейәнсәре һәләк була.
– Ут менән һаҡһыҙ эш итеү фажиғәгә килтергән, – тип аңлатма бирҙе Комиссия етәксеһе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Ир ағас ҡыйыҡ аҫтындағы мейескә ут төртә һәм уны ҡарауһыҙ ҡалдыра. Ут йәйге йортҡа күсә. Һөҙөмтәлә уның ейәнсәре һәм ҡыҙы төтөндән ағыуланып һәләк була. Суд ғәйепле кешенең иркен ике йылға сикләү хаҡында хөкөм сығара. Хөкөм ителгән кеше – күп балалы атай, уның ике балаһы ҡалған. Ул ғүмер буйы малсылыҡта намыҫлы эшләгән. Был ваҡиғанан һуң тикшереү эшенә ярҙам итә һәм суд йөкмәткән бурыстарҙы тулыһынса үтәй. Комиссия үтенесте хуплау хаҡында ҡарар сығара.
Бынан тыш, Комиссия ағзалары иҫерек килеш ҡабаттан руль артына ултырған өсөн хөкөм ителгән ирҙең үтенесен хуплай.
– Был кеше 200 сәғәт мотлаҡ эш эшләү хаҡындағы төп язаны үтәгән инде, – тине Константин Толкачев. – Ир башҡаса иҫерек килеш руль артына ултырырға баҙнат итмәйәсәк, тигән ышанысын белдерә Комиссия ағзалары.
Комиссия тарафынан хуплау тапҡан өсөнсө үтенес – һаҡһыҙлыҡ арҡаһында кешенең үлеменә килтереүсе ғәмәл ҡылған өсөн хөкөм ителгән ҡатындан. Суд уға биш йылға иркенән мәхрүм итеүҙе һәм кесе балаһына 14 йәш тулғансы язаны кисектереүҙе тәғәйенләй.
Комиссия ағзалары, эш материалдарын, ҡылыҡһырламаларҙы һәм баһаламаларҙы ентекле өйрәнгәндән һуң, ыңғай ҡарар ҡабул итә.
Ҡалған үтенестәр кире ҡағылды.
Сығанаҡ: Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан / Официальный сайт (gsrb.ru)