«Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» мили проекты буйынса «Реседа» компанияһы БР Экспортҡа ярҙам итеү үҙәге булышлығында TopFranchise.ru майҙансығында франшиза урынлаштырған, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре баҙарына яраҡлашыу буйынса ла ярҙам алған һәм продукцияһын ОАЭ клиникаларына һата башлаған.
«Реседа» йәмғиәте тауарҙары быға тиклем Белоруссия, Ҡаҙағстан клиникаларына ла һатылған. Әле Үзбәкстан менән һөйләшеүҙәр бара.
Косметика компанияһы тирене йәшәртеү һәм коррекциялау рецептары уйлап таба. Бөгөн Резеда Нурисламованың Resedaodor ғилми бренды продукцияһы төрө шаҡтай киң.
Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.