Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Июнь 2024, 03:00

Тәмлерәк тә, арзаныраҡ та

"Бамбл-кофе"ны нисек эшләргә? Һалҡын ҡәһүә яратыусыларға бер рецепт.

Тәмлерәк тә, арзаныраҡ таТәмлерәк тә, арзаныраҡ та
Тәмлерәк тә, арзаныраҡ та

Тиҙ генә яһап эсергә мөмкин. Бының өсөн классик эспрессо кәрәк. Йә “турка”ла ҡайнатырға, йә кофе-машинала. Ваҡытығыҙ үтә лә тығыҙ булһа, ябай ирей торған (растворимый) кофе ла ярай.

Бамбл-кофе өсөн 50 мл эспрессо, 15 мл карамель сиробы, уртаса ҙурлыҡтағы ике әфлисун, оҡшатһағыҙ боҙ (шаҡмаҡтары) кәрәк. Эспрессоны һыуытып алырға.

Әфлисундарҙың һутын һығып, стаканға ҡойорға. Шунан ипләп кенә, стакандың стенаһынан ғына карамель сиробы ҡойорға. Иң аҙаҡтан – эспрессоны. Шыйыҡлыҡ ҡатламдары буталмаһын. Уныһы матурлыҡ өсөндөр. Боҙ һалһағыҙ ҙа, һалмаһағыҙ ҙа була.

Әйткәндәй, татлыраҡ итеп эшләйбеҙ тиһәгеҙ, бына тағы бер рецепт: 50 мл эспрессо, бер-ике балғалаҡ шәкәр, 100 мл һыуыҡ һөт, бер аҙ боҙ, күпертелгән сливки, карамель йәки шоколад кәрәк. Боҙҙо, шәкәрҙе, кофены һәм һөттө блендерҙа күбекләнгәнсе болғарға ғына. Ҡалған ингредиенттарын һуңынан ҡушырға.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас