Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Июнь 2024, 11:00

Әрем менән дауаланығыҙ

Әрем – бик көслө дауалау сараһы. Уның ярҙамында тиҙ арала ауырыуҙың хәлен яҡшыртырға мөмкин.  Был үлән тәнде төрлө зарарлы организмдарҙан (хламидиялар, герпес, кандидоз, лямблия һ.б.) таҙарта, йоҡоһоҙлоҡто, нервы ауырыу­ҙарын дауалау, матдәләр алмашыныуын көйләй 

Әрем менән дауаланығыҙӘрем менән дауаланығыҙ
Әрем менән дауаланығыҙ

  Әрем менән дауалау бөтә ял­ҡын­һыныу процестарын бөтөрә, айырыуса аш эшкәртеү тракты һәм енси юлдар зыян күргәндә.  Уны простатиттан, уретриттан, тире, ашҡаҙан, эсәк, бауыр, ашҡаҙан аҫты биҙе, бөйөр, гинекология   ауы­рыуҙарынан ҡулланалар. Ул шулай уҡ эт һәм бесәй тотҡан кешеләр өсөн файҙалы.  Дарыу әҙерләү өсөн ҡоро әремде ҡул менән ыуып, иләк аша иләргә. Иләнгән онтаҡты ҡоро килеш йоторға кәрәк, ә иләктән үтмәгәне клизма яһау, күҙгә, ҡолаҡҡа тамыҙыу, ауыҙҙы сайҡатыу өсөн төнәтмә әҙерләүгә китер.  Дауаланыу курсы өсөн 100 г кип­терелгән әрем етә. Бер курс – ете көн. Тәүге өс көндә 2 – 2,5 сәғәт һайын бер семтем ҡоро әремде ауыҙға һалып, төкөрөк менән бергә йоторға. Артынан һыу эсеп ҡуйырға. Артабанғы дүрт көндә  көнөнә 5 – 6 тапҡыр шуны уҡ ҡабатларға.   Тотош организм таҙарыныуға йәлеп ителәсәк. Һәм шуныһы мөһим: әрем ҡулланыу араһы 2 сәғәт ярымдан артмаҫҡа тейеш. Был өс көндә әремде көнөнә 5 – 6 тапҡыр ҡулла­нырға. Төндә ашарға кәрәкмәй, тәнәфес булһын.  Ете көн буйы әрем менән дауа­ланған ваҡытта ҡаты диета тото­рға кәрәк. Бөтә һөт аҙығы, йомортҡа, кондитер изделиелары, мал һәм балыҡ продукцияһы туҡ­ланыу рационынан тулыһынса алы­на. Йәғни ит, балыҡ, майлы ризыҡтар аша­маҫҡа. Шулай уҡ спиртлы эсем­лектәр ҡулланыу һәм тәмәке тартыу ҙа ҡәтғи тыйыла. Тәмәке тартҡанда дауалау һө­ҙөмтәһе 1/3-кә тиклем юғала.  Был көндәрҙә йәшелсә-емеш, сәт­ләүектәр, ярмалар, үҫемлек майы, картуф ашарға ярай. Икмәкте лә көнөнә 2 – 3 телемгә тиклем кә­метергә. Өҫтәүенә, яңы бешкәнен түгел, ә кипкәнен ашарға кәңәш ителә.  Дауаланыу ваҡытында ныҡ хәл­һеҙлек күҙәтелеүе һәм быға тиклем беленмәгән ауырыуҙарҙың килеп сығыуы ихтимал. Йәғни ҡайҙалыр сәнсеп ебәреүе йә быуын һыҙлап китеүе мөмкин. Был организмдың тәрәндән таҙарыныуы хаҡында һөй­ләй. Ҙур таштар ҡуҙғалғанда көслө ауыртыу булыуы бар. Был осраҡта  тамыр­ҙарҙы киңәйтеүсе һәм ауыр­тыуҙы баҫыусы дарыуҙар (ношпа, папаверин һ.б.) эсергә кәрәк. Әлбиттә, уларҙы ҡулланыр алдынан мотлаҡ табип менән кәңәшләшегеҙ.  Бәүел юлдары һәм енси орган­дарҙағы инфекция билдәләре бөт­кәнсе, әремле һыу менән йыуы­нырға ҡушыла.  Һуңынан йылына ике тапҡыр – яҙғыһын һәм көҙгөһөн әрем менән дауаланыу курсы үткәреп тороу фарыз. 

Иғтибар! Ауырлы ҡатындарға һәм аҙ ҡанлылыҡ (анемия) менән ин­тегеүселәргә әрем ҡулланыу тыйыла!

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас