Урынға Өфө граждандарҙы яҡлау идаралығының ҡотҡарыусылары һәм кризис психологы, Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр юллана. Адрес буйынса килеп еткәс, мәғлүмәт раҫлана. Кризис психологы ир менән 15 минут аралашыуҙан һуң уны фатирға кире инергә күндерә. 1990 йылғы ир инцидент сәбәптәрен асыҡлау өсөн полицияға тапшырыла.