Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Июнь 2024, 15:51

Өлгөлө атайҙар конкурсы

"Атай ҡаһарманлығы” - Башҡортостанда атайҙар өсөн ойошторолған халыҡ конкурсы. Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы булдырған “Атай ҡаһарманлығы” билдәһенә

Өлгөлө атайҙар конкурсыӨлгөлө атайҙар конкурсы
Өлгөлө атайҙар конкурсы

Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы булдырған “Атай ҡаһарманлығы” билдәһенә конкурс биш йыл дауам итә.Уға балалар тәрбиәләгән, сәләмәт тормош алып барған, эше һәм ғаиләһе менән башҡаларға өлгө булып торған атайҙар дәғүә итә ала. Бәйгелә Башҡортостанда 5 йылдан да кәм йәшәмәгән Рәсәй граждандары ҡатнаша ала. “Атай ҡаһарманлығы” билдәһе менән наградалауҙы предприятиелар, ойошмалар, учреждение коллективтары юллай ала. Быйыл конкурста ҡатнашыу өсөн 15 июнгә тиклем ғариза тапшырырға кәрәк. Республика Йәмәғәт палатаһының сайтында конкурс шарттары менән ентекләберәк танышырға мөмкин. Документтарҙы oprb2011@mail.ru электрон адресына “Атай ҡаһарманлығы”на билдәһе ҡуйып тапшырырға мөмкин.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас