Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Июнь 2024, 09:04

Башҡортостан Башлығы Дуҫлыҡ монументына сәскәләр һалды

Бөгөн - 12 июндә Башҡортостан Башлығы Рәсәй көнөнә, Өфө ҡалаһының 450 йыллығына һәм Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл тулыуға арналған байрам сараларында ҡатнаша

Башҡортостан Башлығы Дуҫлыҡ монументына сәскәләр һалдыБашҡортостан Башлығы Дуҫлыҡ монументына сәскәләр һалды
Башҡортостан Башлығы Дуҫлыҡ монументына сәскәләр һалды

.Рәсәй көнөндә республика етәксеһе Дуҫлыҡ монументына сәскәләр һалды. Билдәле булыуынса, Дуҫлыҡ монументы 1965 йылдың 7 авгусында, Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуына 400 йыл тулыу уңайынан асыла. Һәйкәлдең авторҙары - Мәскәү скульпторҙары Михаил Бабурин менән Галина Левицкая һәм архитекторҙары Евгений Кутырев менән Геннадий Гаврилов. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас