Милли парк хеҙмәткәрҙәре "Шүлгәнташ" ҡурсаулығы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә педагогтарға урманды геоботаник тасуирлауҙың нисек ойошторолоуын, бөжәктәрҙең, шул иҫәптән бал ҡорттарының маршрут иҫәбен алыуҙың нисек алып барылыуын күрһәткән. Семинарҙа ҡатнашыусылар яңы экологик һуҡмаҡ буйлап үткән, iNaturalist ҡушымтаһы ярҙамында үҫемлек төрҙәрен билдәләгәндәр. Бер юлы урманда тәртип урынлаштырғандар.
- Бөтәгеҙгә лә ҡыҙыҡлы һәм файҙалы сара өсөн рәхмәт, - тип яҙа милли парктың матбуғат хеҙмәте.
Фото: https://vk.com/parkbashkiria