Радий Фәрит улының документтарын республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғәлимханов һәм уның ике урынбаҫары ҡабул итте. Һайлау комиссияһында билдәләүҙәренсә, Хәбиров — Башҡортостан Башлығын һайлауҙа ҡатнашыу өсөн ғариза биреүсе тәүге кандидат.
- Халыҡ мине хуплармы, был минең өсөн бик мөһим. Сөнки беҙ биш йыл буйына кешеләр тейешенсә баһалаһын һәм эшебеҙҙән ҡәнәғәт булһын тип эшләнек. Тиҙҙән башҡа кандидаттарҙың, башҡа сәйәси партияларҙың ғариза биреүен көтәбеҙ, бәлки, үҙ-үҙен тәҡдим итеүселәр булыр, — тине Радий Хәбиров.
Фото: ЦИК РБ.