Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Июня 2024, 07:30

Һыу менән тәьмин итеүҙе бөгөн яйға һаласаҡтар

9 июндә "Ҡурғаш" һыу йыйыу ҡоролмаһындағы аварияға бәйле Учалы ҡалаһында 160 күп фатирлы йортто һыуыҡ һыу менән тәьмин итеү ваҡытлыса туҡтатылды. 

Һыу менән тәьмин итеүҙе бөгөн яйға һаласаҡтарҺыу менән тәьмин итеүҙе бөгөн яйға һаласаҡтар
Һыу менән тәьмин итеүҙе бөгөн яйға һаласаҡтар

Учалы районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 9 июндә киске сәғәт 8-гә Учалы ҡалаһының Ленин, Сибай урамдарындағы күп фатирлы йорттарҙа һыуыҡ һыу менән тәьмин итеү тергеҙелгән. Тәүтөҙөүселәр урамы, Иманғол урамы, Учалы ҡалаһының 3-сө микрорайоны буйынса ла һыу бар - улар һыу үткәргестең резервтағы икенсе линияһы менән тәьмин ителгән. 10 июндә өҙөклөктө бөтөрөү буйынса эштәр дауам итә. Һыу менән тәьмин итеүҙе 10 июндә көндөҙгө сәғәт 2-лә тергеҙеү планлаштырыла. "Учалыводоканал" муниципаль унитар предприятиеһы график буйынса автоцистерналар менән һыу ташыуҙы ойоштора.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Һыу менән тәьмин итеүҙе бөгөн яйға һаласаҡтар
Һыу менән тәьмин итеүҙе бөгөн яйға һаласаҡтар
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас