Бөтә яңылыҡтар

Мобилизацияның яңы тулҡыны тураһында Владимир Путиндың яуабы

Барыһын да борсоған һорауға яуап Петербург халыҡ-ара форумында яңғыраны.

Мобилизацияның яңы тулҡыны тураһында Владимир Путиндың яуабы
Мобилизацияның яңы тулҡыны тураһында Владимир Путиндың яуабы

«Беҙгә мобилизация үткәреү кәрәкмәй, беҙ быны планлаштырмайбыҙ», — тигән ил етәксеһе.

РФ Президенты билдәләүенсә, 2023 йылда 300 меңдән ашыу илһөйәр ҡарашлы Рәсәй кешеһе Ҡораллы көстәр сафына ингән, ә 2024 йылдың яртыһында - 160 меңдән ашыу.

Владимир Путин, Рәсәй президенты:

"Беҙ рус холҡоноң, Рәсәй гражданы холҡоноң нимә икәнен күргәс, быны аңлайбыҙ һәм уға таянабыҙ, беҙгә еңеү өсөн бер ниндәй ҙә атом ҡоралы кәрәкмәй".

 

Сығанаҡ: https://www.1tv.ru/news/2024-06-07/478249-u_rossii_net_neobhodimosti_provodit_mobilizatsiyu_zayavil_vladimir_putin

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: