Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Июнь 2024, 03:00

Ханде Эрчелдең һомғоллоҡ диетаһы

Төрөк киноларын, сериалдарын ҡарамаған кеше ҡалдымы икән арабыҙҙа? Моғайын, сибәр Ханде Эрчелде лә таныйһығыҙҙыр. Үәт, бына тап ошо һылыуҡайҙың бик шәп диетаһы бар икән.

Ханде Эрчелдең һомғоллоҡ диетаһыХанде Эрчелдең һомғоллоҡ диетаһы
Ханде Эрчелдең һомғоллоҡ диетаһы

Йәшел алма диетаһы

Иртәнге аш бер сынаяҡ кофе, бер стакан майһыҙландырылған һөт, биш ҡалаҡ һоло өлпәге (хлопья) һәм бер йәшел алманан тора.

Төшкө аш: 200 г шыйығыраҡ кефирға ҡырылған ике йәшел алма, ике балғалаҡ онталған корица ҡушып, болғап эсергә. Был коктейлдең туҡлыҡлылығы оҙаҡҡа етә.

Кискелеккә лә ошо уҡ коктейлде эсергә. Йоҡларҙан алда бер йәшел алманы ашап ҡуйырға.

Төп аш ваҡыттарынан тыш, ярты ус әстерхан, фундук йәки арахис сәтләүектәре ашарға, йәшел сәй эсергә рөхсәт.

Был диетаны ике аҙнаға бер тапҡыр өс көн тоторға кәрәк. Шундай график менән айына биш кг ауырлығығыҙ кәмер.

Диета тотҡанда физик күнекмәләр, йога ла файҙалы. Әлбиттә, туйғансы йоҡларға ла кәрәк.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас