Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Июнь 2024, 10:00

Ай тулғанға ҡарап

 Һәр ваҡыт иҫегеҙҙә тотоғоҙ- яңы ай тыуған һәм тулған көндәрҙә орлоҡ сәсергә лә, сүп-сарҙы утарға ла, үҫентеләрҙе күсереп ултыртырға ла ярамай.  

Ай тулғанға ҡарапАй тулғанға ҡарап
Ай тулғанға ҡарап

Ай тулып барған осорҙа (яңы ай менән тулған ай арауығы) үҫемлектәр буйға тиҙ үҫә, уларҙың һуттары  һабаҡтары буйлап емештәргә йүнәлә. Ай тулған ваҡытта үҫемлектәрҙе һирәкләтергә, япраҡтарын ҡырҡырға, күсереп ултыртырға ярамай.

 Айҙың икенсе циклында (ай тулған осорҙан алып яңы айға тиклем) үҫемлектәр ял итә. Уларҙың һуттары аҫҡа, тамырҙарға йүнәлә. Был осорҙа йәшелсәләрҙе, ҡыуаҡлыҡтарҙы һирәкләтергә, прививкалар эшләргә, күсереп ултыртырға, емештәрҙе лә йыйырға мөмкин.

 Ай тулған ваҡытта бер ни ҙә сәсмәйҙәр. Яңы ай осоронда түтәлдәрҙе утау, ҡоротҡостарға ҡаршы көрәшеү отошло.

 Ай үҫеп, тулып барғанда баклажан, борсаҡ, йәшел тәмләткестәр, ҡыяр, патиссон, борос, кәбеҫтә, томат, баҡса еләген, аҡабаҡ, кукуруз сәсергә мөмкин.

 Ай кәмегәндә картуф, кишер, шалҡан, редис, сөгөлдөр, топинабур, һуған, һарымһаҡ кеүек ашай торған өлөштәре ер аҫтында өлгөргән үҫемлектәр сәселә.

Ай тулғанда баҡсала бер эш тә башҡарырға ярамай.

 

Фото: klike.net

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас