Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Июнь 2024, 13:08

Телен тыймаған өсөн штраф 25 мең һум

Власть вәкилен мыҫҡыллауҙа ғәйепле тип Өфө ҡалаһынан 31 йәшлек ир танылды, тип хәбәр итә баш ҡаланың Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Телен тыймаған өсөн штраф 25 мең һумТелен тыймаған өсөн штраф 25 мең һум
Телен тыймаған өсөн штраф 25 мең һум

Маршал Жуков урамындағы мәҙәниәт һәм ял паркында полиция хеҙмәткәре иҫерек ирҙе документтарын тикшерер өсөн туҡтатҡас, эсеп батырайған ҡала кешеһе закон вәкилен асыҡтан-асыҡ мыҫҡыл итә. Суд ирҙе патруль-пост хеҙмәте хеҙмәткәренә мораль компенсация сифатында 25 мең һум түләргә мәжбүр иткән.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас