Судта билдәләүҙәренсә, 2023 йылдың авгусында ҡатын киндер үләнен йыйып, киптерә. Бер нисә ай үткәс, ул социаль учреждениела булған танышын тыуған көнө менән ҡотларға ҡарар итә һәм уға почта аша тыйылған матдә беркетелгән шоколад менән открытка ебәрә. Интернат хеҙмәткәрҙәре ғәҙәти булмаған посылка алғандан һуң хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итә. Әйткәндәй, ҡатын элек урлашыу өсөн хөкөм ителгән. Ул үҙенең ғәйебен таныған. Суд уға дөйөм режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында 2 йыл 3 айға иркенән мәхрүм итеү рәүешендә яза тәғәйенләй. Хөкөм ҡарары закон көсөнә инмәгән әле.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.