Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Июня 2024, 10:00

Үләндәр менән кеүәҫ

Йәйге эсемлек тип һаналғанлыҡтан, кеүәҫте үләндәр менән тәмләндерергә мөмкин. 

Үләндәр менән кеүәҫҮләндәр менән кеүәҫ
Үләндәр менән кеүәҫ

 Уға нимә генә һалмайҙар: кейәү үләне, бөтнөк, ҡарағат йәки сейә япрағы, йүкә сәскәһе. Һеҙ ҙә эсемлеккә төрлө тәм өҫтәп ҡарай алаһығыҙ. Бынан кеүәҫ бары тик яҡшыра ғына.

Кеүәҫ әҙерләү өсөн 500 г арыш икмәге сохарыйы, әсетке, 200 г шәкәр, 50 г йөҙөм, 5 – 10 япраҡ бөтнөк, 3 – 4 ҡара ҡарағат япрағы, 4 л һыу кәрәк.

Икмәкте ваҡ итеп телергә һәм духовкала көрән төҫкә ингәнсе киптерергә. Сохарыйға ҡайнар һыу ҡойоп, 3 – 4 сәғәткә йылы урынға ҡуйырға. Уны бер нисә ҡат марля аша һарҡытҡас, шәкәр, әсетке, бөтнөк, ҡарағат япрағы өҫтәп, һауытты таҙа туҡыма менән ябып, 10 – 12 сәғәткә йылы урынға ҡуйырға. Ҡатнашма яҡшы итеп әсегәндән һуң ҡабаттан һарҡытырға һәм һәр береһенә бер нисә йөҙөм һалынған шешәләргә ҡойорға. Ныҡлап ябырға һәм һыуытҡысҡа ҡуйырға. Өс тәүлектән кеүәҫ әҙер булыр.

 

 

Фото: attuale.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас