Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Июнь 2024, 10:30

Кредитын түләмәгәне өсөн машинанан мәхрүм ҡалған

Ир йөк ташыуҙа аҡса эшләү маҡсатында транспорт һатып ала, әммә автокредитын түләмәй. Уның ике миллион һумдан ашыу бурысы йыйыла.

Кредитын түләмәгәне өсөн машинанан мәхрүм ҡалғанКредитын түләмәгәне өсөн машинанан мәхрүм ҡалған
Кредитын түләмәгәне өсөн машинанан мәхрүм ҡалған

Приставтар Асҡын ауылында йәшәүсе ирҙең банк иҫәбенә арест һала, Рәсәйҙән ситкә сығыу хоҡуғын сикләй һәм транспорт менән теркәлеүҙе тыя. Ахырҙа приставтар йөк машинаһын махсус туҡталҡаға эвакуациялай. Билдәләнгән ун көн эсендә хужа бурысын түләмәй, шуға күрә машинаны һаталар, ә һатыуҙан килгән аҡса кредит буйынса бурысты ҡаплауға китә.

Фото: Башҡортостан буйынса Федераль суд приставтары хеҙмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас