Ошо ҙур ваҡиға сиктәрендә 7-8 июндә Башҡортостандан оҫталар, улар араһында Республика халыҡ ижады үҙәге хеҙмәткәрҙәре, халыҡ ижадының төрлө төрҙәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе.
Тәжрибәле остаздар - "Аманат" халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәкселәре Әнфәр менән Нәзифә Нурмөхәмәтовтар етәкселегендә оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусылар башҡорт бейеүенең төп хәрәкәттәрен үҙләштерҙе, уның милли колориты һәм тәрән рухи йөкмәткеһе менән танышты. Башҡорт традицион кейеме реконструкторы, "Урал" этноүҙәгенең төп методисы Хәмдиә Дәүләтова традицион башҡорт кейеме һәм биҙәүестәре тураһында ентекле һөйләп, тегеү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Сәсән, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, мультиинструменталист Илһам Байбулдин милли башҡорт музыка ҡоралдары тураһында үҙенең белеме менән уртаҡлашып, оҫталыҡ дәресе ваҡытында думбырала, ҡыл-ҡумыҙҙа (башҡорт ҡыллы инструменты) уйнап та күрһәткән. Башҡортостан Республикаһының Милли архивы вәкилдәре шәжәрә төҙөү буйынса "Нәҫел көсө - шәжәрә" оҫталыҡ дәресе үткәргән. Сара сиктәрендә шәжәрәне төҙөүҙә ярҙам итә алған уникаль китаптар күрһәтелеп, ҡатнашыусыларға "Башҡорт архивы" проектының эше тураһында ентекле һөйләгәндәр. Оҫта Ләйсән Хисаметдинова кейеҙҙә сағыу башҡорт орнаменттарын эшләү буйынса мауыҡтырғыс оҫталыҡ дәресе үткәргән.
Оҫталыҡ дәрестәре бөгөн дә дауам иткән. Һабантуй Ташкент ҡалаһының Мирзо Олуғбәк исемендәге "Central Park" мәҙәниәт һәм ял паркында үткән.
Фото: Республика халыҡ ижады үҙәге.