Шэньян вице-мэры үҙенең сығышы барышында Башҡортостанды Рәсәй субъекттары араһында провинцияның төп партнерҙарының береһе тип атаны. Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева, осрашыуҙа модератор ролендә сығыш яһап, Ҡытайҙың Башҡортостан өсөн 1-се һанлы партнер булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шул уҡ ваҡытта Ляонин провинцияһы менән эш итеүгә айырым иғтибар бүленә.
Был осрашыу тураһында тулыраҡ мәғлүмәт рәсми сайтта: https://pravitelstvorb.ru/news/24125/
Фото: https://pravitelstvorb.ru/news/24125/