Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Июнь 2024, 03:30

Көлөп алайыҡ әле!

Яңы өйләнешкән пар һөйләшә. Ир: –       Ҡәҙерлем, иҫеңдә тот, әгәр ҙә эштән ҡайтҡанда түбәтәйем уңға ҡыйшайып торһа, тимәк, мин асыулы тигән һүҙ. Һулға ҡыйшайып торһа, кәйефем һәйбәт, мин һинең өсөн барыһын да эшләргә әҙер булырмын.           Ҡатыны: –       Һин дә иҫеңдә тот: әгәр ҙә мин ике ҡулымды ла тубыҡтарыма һалып ултырам икән, тимәк, минең кәйефем яҡшы, тәмле ашым менән һыйлаясаҡмын. Әгәр ҙә ике ҡулым да билемдә икән, һинең түбәтәйең ҡайһы яҡҡа ҡырынайып тора, унда минең эшем юҡ!

Көлөп алайыҡ әле!Көлөп алайыҡ әле!
Көлөп алайыҡ әле!

–       Сибәр туташ, һеҙгә ниндәй кофе китерәйем?

–       Хуш еҫле, башты әйләндерерлек тә , мине иләҫләндерерлек, илертерлек булһын.

–       Лутсы араҡы ғына килтерәйем дә ҡуяйым!

 

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас