Документ төбәк биләмәһендә Сберҙың "Мәктәп 21" мәғариф проектын эшләтеп ебәреүҙе күҙ уңында тота, уның сиктәрендә 18 йәштән өлкән һәр теләгән кеше IT-һөнәренә эйә була ала. Билдәләп үтергә кәрәк, был проект Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырыла. Мәктәптең кампустары Мәскәүҙә, Ҡазанда, Новосибирскиҙа, Сургутта, Якутскиҙа, Бөйөк Новгородта, Ярославлдә, Магаста һәм Белгородта эшләй, уларҙа 5 600-ҙән ашыу кеше уҡый. Сығарылыш уҡыусылары Рәсәйҙең ҙур тармаҡ компанияларында уңышлы эшкә урынлаша. Республика башлығы Радий Хәбиров "Рәсәй Һаҡлыҡ банкы" асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән хеҙмәттәшлектең һөҙөмтәлелеген, шул иҫәптән һанлы сервистарҙы һәм проекттарҙы үҫтереү буйынса, юғары баһаланы.
Фото: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/178851.html