Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов һөйләне.
- Башҡортостан Рәсәй үҫешендә ҡатнашырға теләй. Быйыл АСИ һәм Росконгресс Фонды ойошторған "Яңы заман өсөн көслө идеялар" форумына беҙҙең төбәктән 3,7 мең проект килде, был федерацияның башҡа субъекттары араһында абсолют рекорд булды. АСИ инициативаларында ҡатнашыу - милли маҡсаттарға өлгәшеүгә һәм Рәсәй суверенитетын нығытыуға үҙ өлөшөн индереү өсөн яҡшы мөмкинлек, тип иҫәпләйем, - тип уртаҡлашты Рөстәм Моратов.
Ошо турала күберәк мәғлүмәт белергә теләүселәр һайлау критерийҙары менән ошо сайтта таныша ала: https://asi.ru/leaders/screening/199849/
Фото: https://pravitelstvorb.ru/news/24116/