Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Июнь 2024, 08:30

Азамат Шәрипов – йыл табибы

Республика стоматология поликлиникаһының табип-ортодонты Азамат Шәрипов – “Йылдың иң яҡшы табибы” республика конкурсы еңеүсеһе.

Азамат Шәрипов –  йыл табибыАзамат Шәрипов –  йыл табибы
Азамат Шәрипов – йыл табибы

 Азамат Исмәғил улы –  тәжрибәле табип. 2001 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас, Республика стоматология поликлиникаһына  интернатура үтергә килә һәм шунда эшкә ҡала. Бына хәҙер 20 йылдан ашыу бер урында, үҙенең яратҡан һөнәренә тоғро хеҙмәт итә. Уның был һөнәрҙе һайлауы ла юҡҡа түгел, “Мин табиптар династияһынан” тиеүенән барыһы ла аңлашыла. “Үҙеңә оҡшамаған тармаҡта эшләп булмайҙыр ул”, – ти, “Эшең оҡшаймы?” тигән һорауға яуабында.  

Табип-ортодонт –  һирәк осраған, әммә бик кәрәкле  белгес. Улар тотош республикаға  йөҙгә лә тулмай.  Кешелә теш төрлөсә үҫә: кемдәлер тигеҙ, матур ғына булһа, кемдеңдер ҡайһы бер тештәре алғараҡ сығып тороуы ихтимал. Ортодонот ана шул тештәрҙе тигеҙләү менән шөғөлләнә лә инде. Бының өсөн сисмәле пластиналар йәки бер нисә йылға  тәғәйенләнгән брекеттар ҡулланыла.  “Эшең ауырмы?” тигән һорауға:” Эштең еңеле булмайҙыр ул. Төрлө осраҡтар була: ҡарап тороуға еңел генә күренгәне лә, ҡатмарлы була, йәки киреһенсә. Кемдер тешен матурлатыу өсөн тигеҙләргә теләһә, кемдәргәлер теш ҡуйҙырған ваҡытта уларҙың тигеҙ булыуы кәрәк. Был осраҡта уларҙы ортопедтар беҙгә ебәрә”, –  ти ул. Көнөнә 15-тән 25-кә тиклем кеше ҡабул итеүен иҫәпкә алғанда, әлбиттә, эшенең бигүк еңел  булмауын аңларға була. Өҫтәүенә, ул балалар менән дә, ололар менән эшләй, һәр береһе менән уртаҡ тел табырға ла, эшләй белергә лә кәрәк.

Конкурс хаҡында ишеткәс, ҡатнашып ҡарарға була, сөнки  20 йылдан ашыу эшләү дәүерендә тәжрибә лә тупланған, эшенең  һөҙөмтәләре лә бар. Бар эштәрен туплап, конкурсҡа ебәрә ул. Һәм бына һөҙөмтә – ул республикала  иң яҡшы табип-ортодонт! Тимәк, Рәсәй кимәлендә республика  намыҫын яҡлап сығыш яһарға кәрәк буласаҡ.  Был конкурста ла уға уңыш юлдаш булһын, тип теләйек.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас