"Kayo" питбайкы менән 16 йәшлек үҫмер идара иткән.
Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә водитель танытмаһы булмаған ике тәгәрмәсле транспорттың бәлиғ булмаған водителе дауаханаға оҙатыла. Шлем кеүек һаҡлау әйберҙәре уны ауыр йәрәхәттәрҙән ҡотҡара. Автобуста 13 бала һәм 2 оҙатыусы булған, улар Байыш ауылынан Иҫәнғол ауылына юлланған, шөкөр, береһе лә зыян күрмәгән.
Фото: БР Дәүләт автоинспекцияһы.