Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Июнь 2024, 08:30

Форумдан күпте көтәбеҙ

Республика Башлығы Радий Хәбиров 5 – 8 июндә Санкт-Петербургта  башланған   Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумына (ПМЭФ-2024) Башҡортостандың рәсми делегацияһы менән барҙы.

Форумдан күпте көтәбеҙФорумдан күпте көтәбеҙ
Форумдан күпте көтәбеҙ

 «Күп полярлы донъяның нигеҙе — яңы үҫеш нөктәләренең формалашыуы" темаһына арналған эшлекле сара йыл һайын бөтә донъянан бизнес вәкилдәрен, сәйәсмәндәрҙе һәм эксперттарҙы йыя.Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, төрлө дәүләттәр башлыҡтарын , төбәктәр етәкселәрен, министрҙарҙы, иң эре сит ил һәм Рәсәй компаниялары башлыҡтарын берләштергән сарала 139 ил һәм биләмә, 19 меңгә яҡын кеше ҡатнаша.Быйыл юғары технологиялыбалҡорто рәүешендә ҡоролған Башҡортостанстендынды төбәктең инновацияларын һәм үҫеш перспективаларын кәүҙәләндерә.Ундасәнәғәт һәм авиация өлкәһендәге алдынғы ҡаҙаныштар күрһәтелә: газ турбиналы двигатель, пилотһыҙ аппараттарҙың өс моделе, Ка-32 вертолеты һәм тәпәш иҙәнле «Горожанин»троллейбусының макеттары ҡуйылған.

Форумда меңгә яҡын документ-инвестиция килешеүҙәре, меморандумға ҡул ҡуйыу көтөлә. Программала бөтәһе 150-нән ашыу тематик дискуссия ҡаралған. Төп иҡтисади мәсьәләләр буйынса фекер алышыу өсөн иң ҙур майҙансыҡта Башҡортостан делегацияһы ла килешеүҙәр төҙөйәсәк.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас