Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Июнь 2024, 03:30

Көлөп алайыҡ әле!

Төҙөлә башлаған йорт емерелә. Бөтәһе лә бер булып ғәйеплене эҙләй. Кирбестәр янына киләләр. – Бында һеҙ генә ғәйепле! – Юҡ! Ҡарағыҙ, беҙ ниндәй ныҡ! – тип улары  күкрәктәренә һуға башлай. Ҡом янына киләләр. – Йорт һеҙҙең арҡала ғына ҡойолоп төштө, һеҙ генә ғәйепле!  – Һис кенә лә! Мә, тотоп ҡарағыҙ, ниндәй сифатлыбыҙ! Тикшереүселәр цемент янына киләләр. – Әһә! Бына кем арҡаһында йорт ҡойолоп төшкән! Ғәйеп һиндә, цемент! – Ниңә мин булайым, ти. Минең унда бер ниндәй ҡыҫылышым юҡ! Ғөмүмән, мин  унда бөтөнләй булманым.  

Көлөп алайыҡ әле!Көлөп алайыҡ әле!
Көлөп алайыҡ әле!

 

Ирҙәр таң атҡансы кәрт уйнайҙар. Хужабикә түҙмәй, бүлмәһенән сығып, иренә ҡысҡыра:

– Ҡасан да булһа бөтәме беҙҙең өйҙә был уйындар?

– Бөттө бит инде,– тип тынысландыра уны ире. – Хәҙер был өй беҙҙеке түгел.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас